11.09.2019 Пенсия йәшенән алдағыларғы уҡытыуға субсидиялар бүленәсәк
Быйылдан Башҡортостан предприятие-ойошмалары пенсия йәшенә етеп килгән хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға субсидияға дәғүә итә ала.
Был проект республикала тормошҡа ашырылған өлкән йәштәге граждандарҙың тормош сифатын арттырыу һәм системалы ярҙам итеү программаһына ярашлы башҡарыла. Шуның менән беҙҙә РФ Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса үтәлгән "Демография" милли проекты программаһының бер өлөшө тормошҡа ашырыла.
Алдағы алты йылда республикала йыл һайын 1,5 меңгә яҡын эшләүсе пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәр - йәмғеһе 9 меңгә яҡын кеше - өҫтәлмә белем аласаҡ. Йөҙгә яҡын һөнәр ингән исемлектә кондитер, пекарь, кондуктор, диспетчер, кассир, ландшафт дизайнеры, машинист, йәшелсә үҫтереүсе, токарь, электр һәм газ иретеүсеһе кеүек эшсе профессия бар. Уҡытыу өс ай дауамында үтәсәк, бының өсөн һәр кешегә 68,5 мең һум аҡса бүлеү ҡаралған.