RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Республика Президенты ла БСТ-ла башҡортса тапшырыуҙарҙың бик аҙ булыуын тәнҡитләне

24.02.2011 Республика Президенты ла БСТ-ла башҡортса тапшырыуҙарҙың бик аҙ булыуын тәнҡитләне

Һуңғы осорҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тирәләй төрлө фекерҙәр йөрөй, уның тапшырыуҙарына ҡарата һәр кем үҙенең ҡапма-ҡаршылыҡлы мөнәсәбәтен белдерә. Республиканың төп телеканалындағы етди үҙгәрештәр уға яңы етәксе килеүе менән бәйле. Әлбиттә, яңы кеше коллективҡа үҙенең идеялары менән килә, яңы эш алымдарын, үҙгәрештәр индерә. Быны һәр урынға хас күренеш тип тә ҡабул итергә лә кәрәктер. Әммә эшләгән коллектив эсендә сәләмәт булмаған мөхит барлыҡҡа килһә, етәкселеккә ышаныс белдермәйҙәр икән, был хәлгә күҙ йомоп ҡарау мөмкин түгел. 800-гә яҡын кеше эшләгән «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы коллективының профсоюз йыйылышында ижади коллективта килеп тыуған хәл, хеҙмәткәрҙәрҙең күпләп эштән китеүе, эш хаҡы мәсьәләләре тикшерелеүен нисек аңлатырға була? Профсоюз комитеты ағзалары яңы етәксе эш башлау менән күп проекттарҙың ябылыуына, асылда ауыл хужалығы, сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ темаһын яҡтыртҡан, рухи ҡиммәттәрҙе, мәҙәниәтте сағылдырған, ауыл тормошо, сит өлкәләрҙәге, республикаларҙағы милләттәштәребеҙ тураһындағы тапшырыуҙарҙың бөтөрөлөүенә дәғүә белдерҙе. Милли телевидение ярты йыл эсендә үҙ йөҙөн юғалтҡан. Миҫал өсөн, әгәр ҙә элек милли тапшырыуҙар эфирҙың төп өлөшөн алып торһа, хәҙер улар тик биш кенә процент тәшкил итә. Июль айында башҡорт телендәге тапшырыуҙар 33 процент булһа, сентябрҙә уның 16 процентҡа тиклем кәмеүе күп тамашасыны юғалтыуға килтергән дә инде. БСТ-ның, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, һуңғы айҙарҙа бөтөнләй рейтингы төшөүе, әлбиттә, уйланырға мәжбүр итә. Арзан сериалдар, һинд фильмдары, реклама материалдары менән телевидениеның рейтингын күтәреп буламы? Үҙ эшенең оҫталары булған, танылған профессионалдар ни сәбәптән эштән китергә мәжбүр? Эфирҙа ебәрелгән етешһеҙлектәр өсөн ниндәй нигеҙҙә штраф санциялары ҡаралған? Телевидение хеҙмәткәрҙәренең етәкселеккә һорауҙары күп ине.

Күптәрҙең сығышынан күренеүенсә, яңы директор ҡуйылыуы менән улар ярты йыл эсендә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр көтһә лә, өмөттәре аҡланмаған. Үҙ хеҙмәтең өсөн лайыҡлы эш хаҡы алмау, эшләгән эшеңден юҡҡа сығарылыуы, гонорарҙар түләмәү күптәрҙе борсой. Коллектив, телекомпания реклама йәлеп итеп миллионлаған һум табыш алһа ла, был аҡсаның нисек файҙаланыуын белмәй. Өмөтлө һәм профессиональ кадрҙарҙың оптималләштереү һөҙөмтәһендә, аттастация үтә алмау сәбәбе менән эштән ебәрелеү менән телевидение хеҙмәткәрҙәре бөтөнләй риза түгел. Ярты йыл эсендә 130 хеҙмәткәрҙең төрлө сәбәптәр менән эштән китеүен нисек аңлатырға? Фәнүр Йәғәфәров та БСТ-лағы бөгөнгө билдәһеҙлекте: « Мин был хәлде ҡыҙыҡһыныу маҡсатынан уйынсығын тиреп һалып, кире йыя алмаған бала менән сағыштырам», – тип баһаланы. Ярты йыл ваҡыт, әлбиттә, күп ваҡыт арауығы түгел. Һаман да билдәһеҙлектә, бер ниндәй перспективаһыҙ эшләйбеҙ, телекомпанияла ижади эш мөхите юҡ, – тине күпселек проекттарҙа әле егелеп эшләп йөрөгән журналистар, режиссерҙар. Үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә телерадиокомпания етәксеһе Гүзәл Ибраһимова ла әҙер ине. Коллективта шундай хәл килеп тыуыуын ул телевидениела идеялар көрсөгө хөкөм һөрөүе, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ижади лидерҙар барлығы һәм уларҙың проекттарҙа уңышлы эшләүе менән аңлатты. «Мин үҙемдең башлаған юлымдан тайпылмаясаҡмын. Коллектив һәм хөкүмәт ышаныс белдергәнсе эшләйәсәкмен», – тип асыҡтан-асыҡ белдерҙе. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы коллективы профсоюзы үҙ сиратында яңы етәксегә ышаныс белдермәүе, генераль директор Г. Ибраһимованың эшмәкәрлегенә баһа биреүҙе талап итеп, республика Президентына, хеҙмәткәрҙәрҙең күпләп эштән бушатылыуының нигеҙһеҙ булыуын, штраф санкцияларын индереүҙең законлымы, түгелме икәнен тикшереүҙе һорап, Халыҡты социаль яҡлау һәм хеҙмәт министрлығына, Прокуратураға мөрәжәғәт итергә ҡарар итте.

23 февралдә телевидениела БР Президенты Рөстәм Хәмитов булып, БСТ етәкселеге һәм уның хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу үткәргән. Республика етәксеһе республикалағы берҙән-бер милли каналдың эшмәкәрлегенә баһа биреп, ысынлап та, уның үҙ билдәләнешенә тап килмәүен, башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙың аҙ булыуын тәнҡитләгән.
Һөҙөмтәһен көтәйек. Алдағыһын ваҡыт күрһәтер.
З. ХӘСӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне

Башкорт мин
26 февраля 2011 02:27: Башкорт мин
БСТ "Башкорттары Ситк Типтек" каналына йлнм борон
Кем етклй бгн бее Башортостан юлдаш телевидениеын? «Бее» тип яам, снки лег канал бюджеттан финанслана, тимк, бее, йни алым тлселре, асаына эшлп кил. Башортостанда ки матбуат сараларын хосусилаштырыу булмаяса, улар длт арамаында аласа, тип тынысландыралар а, ктмгнд, БСТ-ны акционерар ймитен йлнее бик т ммкин (быны, акциялар пакетыны кеенд ятыуын, каналды бгнг генераль директоры кн д тшнд л крлер ле).
гр шуа юл уйа, титлрс йыл башорт халыны аын, зауыын, мнитен терег, формалаштырыуа йнлтелгн БСТ-нан бтнлй ола аты, тигн буласа. Ул сата «Слм» с приветом» ына тгел, тотош БСТ «Башкорттары Ситк Типтек» каналына йлнск.
Был инеш лш булды.
Хер тп орауа йлнеп айтайы.

Тимк, кем белмй, БСТ-ны башында бгн Гзл Ибраимова тора. арамаа сибр, ирр, ашыа алып йоторло, тип тамшанырлы ханым. Лкин, ир-егеттр, арты ны нфсегее шаштырмаы: матурлыы айа башлана, шунда у тамамлана. Снки кешене ысынлап та гзл иткн, нурлы иткн эске матурлы ханыма, кенеск кр, хас тгел. кенеск кр, тип йтеем шунан: нисек кен булмаын, ниндй юлдар ына уны был вазифаа килтермен, ул тотош Башортостан юлдаш телевидениеыны йн крт. И т тйенлгстре, уны заманса фекерлсе шп менеджер, тип матауарына ышаны кил л, тора-бара был ре ысынбарлыа тура килме асыланды.

«Бтн ф» ала каналынан килтереп уйылар бит инде Гзл Ибраимованы. Шп менеджер булас, нишлп ул каналды табышы предприятиеа йлндергн? Миллион умдара барып баан сыымдар ала бюджетынан аплана килгн, бухгалтерияында ла тртип булмаан .б., .б. Тап ошо хата Контроль-ип палатаыны Хкмт Премьер-министрына яан хаты йлй, араы:

«Во Всей Уфе обнаружена муниципальная долларовая миллионерша»
http://journalufa.com/page,1,13,592-vo-vse...llionersha.html

Бюджет асаын улы-уллы елг осоран Г.Ибраимованы, лбитт, 2010 йылды 30 июленд эштн сыарандар. Лкин «шп эш аты» оа эше интегеп йрмгн. Тик бее илг ген хас буланса, етксене бер йылы урындан бушатастары, таы яшыра (йылыра, юарыра, мулыра) урына тйенлнелр. Эске эштр министрлыында уы скрипканы уйнамаан ире тырыштыран, тип ауы йырмай тороо, блки, ханымды ысынлап яшырырына ышаналарыр изге кешелр? Уа форсат бирлрер ен алара? Тик, кем бесй аырай, йтеге ле: бер урлашыра, мутлашыра йрнгн бесйе айма ашауан дндереп буламы ул? гр ыай яуаплааы, нисек шуны эшлрг ммкин, ысулдарын йртмегеме?

Гел кешене яманлай, тип уйламаы. йбт яы ла бар был ханымды, нисек уны крммеш т белммеш булаы. Етксел туанлы хистре шундай ны, ксл, хатта аай-энелре менн «Бтн ф»л айнашып йшгне етмгн, улары береен БСТ-а килтереп тшмл ген урына тйенлп уйан. рнк алыы, ймт, туандары яын крер крк (юи ай берр, «блат-сват» принципы - Рхимов алдыы, имеш т, Рхимов алдыы, ти... )