10.09.2019 Тиҙҙән СПИД-ҡа - капут!
Рәсәй, АҠШ, Бөйөк Британия, Швейцария һәм Финляндия ғалимдары, берлектәге тикшереүҙәр үткәреп, СПИД вирусы молекулаһын зарарһыҙландырыусы механизмды асыҡланған.
Был хаҡта, Көньяҡ Урал дәүләт университетына һылтанып, РИА-Новости агентлығы хәбәр итә. Йәғни халыҡ-ара ғалимдар төркөмө ВИЧ, СПИД һәм онкологик сирҙәр менән яфаланыусылар өсөн вирусҡа ҡаршы препарат булдырырлыҡ механизмды тапҡан. Шулай итеп, бер үк дарыуҙарҙы төрлө типтағы сирҙәрҙе дауалауҙа ҡулланырға мөмкин буласаҡ, тип аңлатма бирә тикшеренеүселәр.
Ғалим Олег Ракитин әйтеүенсә, вирусҡа ҡаршы органик ҡушылма, организмға эләккәндән һуң, зарарланған молекуланан цинк атомын "һурып ала". Һөҙөмтәлә вирустың әүҙемлеге һүрелә. Ғалимдар тәүҙә был класс ҡушылмаларының рак сиренә ҡаршы әүҙемлеген тикшереүгә төп иғтибарын бирә. Тик һуңыраҡ был ҡушылмаларҙың бесәйҙәрҙең иммун дефициты вирусына ҡаршы һөҙөмтәле булыуын аңғарып ҡалалар. Ә был йорт хайуандарының вирусы кешеләге иммун дефициты вирусы менән ныҡ оҡшаш.