10.09.2019 Тәфтиш идаралығында яңы етәксе
РФ Тәфтиш комитетының БР буйынса Тәфтиш идаралығын генерал – лейтенант Денис Чернятьев етәкләне. Быға тиклем комитет башлығы вазифаһын башҡарыусы Валерий Липский Мәскәү өлкәһенә күсерелде.
Денис Чернятьев Төмән ҡалаһында 1974 йылда тыуған, Урал дәүләт юридик академияһын тамамлаған. 1996 йылда Төмән өлкәһенең прокуратураһында эшләгән. 2007 йылда өлкәнең Тәфтиш идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә. 2011 йылда – Ҡурған өлкәһенең Тәфтиш идаралығы етәксеһе булып тәғәйенләнһә, 2013 йылдан алып Силәбе өлкәһендә эшләгән.