11.09.2019 «Юлдаш»та – яңы миҙгел
Йәйге ялдар тамам. «Беҙ бергә» тигән саҡырыуға тоғролоҡ һаҡлап, «Юлдаш»тар тап ошо мәлдә яңы миҙгелде аса. Әлбиттә, тапшырыуҙарҙың төп йүнәлеше үҙгәреш кисермәне. Йәғни канал элеккесә мәғлүмәт һәм йыр-моң радиоһы булып ҡала. Шулай ҙа күҙгә һәм ҡолаҡҡа салынған яңылыҡтар бар. Эфирҙы, ғәҙәттәгесә, өс сәғәтлек күңел асыу программаһы башлай. Быйылдан ул «Теге өсәү» тип атала. Төп маҡсаты – юлдаштарыбыҙҙы яңы көнгә, яҡшы кәйефкә көйләү.
Тыңлаусыларыбыҙ яңы миҙгелдә лә ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр ота ала. Уларҙы «Телтаныр», «Тәржемәсе Әлисә», «Иләк аша» исемле яңы уйындар көтә. Ҡайһы бер рубрикалар төшөп ҡалһа, «Шағир һүҙе», «Былар ҡыҙыҡлы», «Яңы әҫәр тыңлайбыҙ» кеүек яңылары барлыҡҡа килде. «Сәләмәт булайыҡ» «Атайсал», «Йәшәү йәме», «Көтмәгәндә-уйламағанда», «Иман» кеүек үҙ урындарын ышаныслы тотҡан тапшырыуҙарҙы быйыл да тыңлап барырһығыҙ. Күптәрҙең радионы ил, донъя хәлдәре тураһында хәбәрҙар булыу өсөн тыңлауы сер түгел.
Беҙҙең эфирҙа яңылыҡтар һәр сәғәт башында яңғырай. Көндөҙгө икенсе ун минутта – төшкө ял, йәнле аралашыу ваҡыты. Эш көндәрендә тыңлаусыларыбыҙҙы «Өфө һөйләй», шәмбе-йәкшәмбелә «Ял итәйек бергәләп» тапшырыуҙарында көтәбеҙ.
«Асыҡ студия» программаһы, һәр саҡтағыса, көнүҙәк ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади мәсьәләләргә бәйле һөйләшеүгә ҡорола. Ул эш көндәрендә киске сәғәт 7-се 15 минутта тура эфирҙа бара.
«Сәхнәгә арналған ғүмер», «Атайым тураһында һөйләгеҙ», «Яҙмыштарҙа – ил тарихы», йәмғиәттәге киҫкен проблемаларҙы күтәргән «Махсус репортаж» ды айына бер тапҡыр шаршамбыла тыңларға мөмкин. Шишәмбе, кесе йома һәм шәмбелә йыр премьералары тәҡдим ителә. Бына шулай, тыңлаусыларыбыҙ менән бергәләп, файҙалы мәғлүмәттәр, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, уйындар һәм уйланыуҙар, моңло йырҙар менән эфир тулҡындарында юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Барыр юлыбыҙ хәйерле булһын, бергә булһын, тип теләйбеҙ.