09.09.2019 Өс йәшлек малай алты телдә һөйләшә
Өфөнән Максим Мухин "Һоҡланғыс кешеләр" ("Удивительные люди") телепрограммаһында сығыш яһаған. Ул барыһын да алты тел белеүе менән аптыратҡан.
Өс йәштән саҡ ҡына өлкән малай русса, башҡортса, инглизсә, испанса, французса, ҡытайса һөйләшә. Хатта ҡайһыларында бик яҡшы аралаша.
Полиглоттың әсәһе Рәйсә Яруллина белдереүенсә, улар өйҙә өс телдә һөйләшә - башҡортса, русса, инглизсә. Ҡатын үҙе лингвист, шуға ла балаһына телдәр өйрәтергә уйлаған. Һәм бик дөрөҫ эшләгән!
Максим программаның киләһе турына үткән.