09.09.2019 Биш район республиканың дөйөм уңышының дүрттән бер өлөшөн йыйған
Башҡортостандың биш районы 6 сентябргә ҡарата 508 мең тонна иген һуҡҡан - был республикалағы ашлыҡтың тулайым төшөмөнөң дүрттән бер өлөшө тигән һүҙ. БР Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, республика баҫыуҙарының 63 процентында ураҡ эштәре тамамланған, тулайым төшөм 1 млн 920 мең тонна тәшкил итә.
Лидерҙар иҫәбен Стәрлетамаҡ башлай - бында 126 мең тоннаға яҡын ашлыҡ һуғылған. Артабан Саҡмағош, Илеш, Ауырғазы райондары килә. Уларҙан 90 мең тонна уңыш йыйған мәләүездәр ҙә ҡалышмай.