08.09.2019 Студенттар ҙа әүҙем һайлай
Өфөнөң Киров районындағы Свердлов урамында урынлашҡан 101-се һайлау участкаһы ҙур ғына. Уға студенттарҙың дөйөм ятаҡтары, яҡындағы күп ҡатлы йорттар, шәхси секторҙың бер өлөшө инә. Беҙ килгәндә тауыш бирергә йәштәр ағыла ла ағыла ине.
Участка һайлау комиссияһы рәйесе Земфира Тимербаева әйтеүенсә, бында 1833 һайлаусы. Уларға махсус исемлек тә ҡушыла.
Был участкала иң өлкән һайлаусы - Зинаида Соловьева - 95 йәшлек. Әйтеүҙәренсә, ул бер һайлауҙан да ситтә ҡалғаны юҡ. Ғәҙәттә, төштән һуң киләсәк. Уны ирекмәндәр өйөнә оҙатып ҡуйырға йыйына.
Тағы ла бер өлкән һайлаусы - 87 йәшлек Гөлсинә Мөхәмәтжанова ла килеп тауыш биргән.
- Был көндө ике йәш кеше үҙенең 18 йәшен билдәләй икән. Уларға комиссия бүләк әҙерләгән, - тине Земфира Шәрифйән ҡыҙы.
Студенттар көр кәйеф менән һайлай. Беҙгә белдереүҙәренсә, республика Башлығын һайлау - мөһим ваҡиға, шуға ла был сарала ҡатнашмау дөрөҫ булмаҫ ине.