08.09.2019 Ике биҙрә балды кем урлаған?
Шишмә районы Ҡыҙылға ауылында 65 йәшлек пенсионер ҡатындың ике биҙрә балын урлағандар. Хужабикә әйтеүенсә, өйҙән кемдер 23 л балын (ике биҙрә һәм бер банка) урлап алып киткән. Ваҡиға урынына килгән полицейскийҙар йортҡа тәҙрәне ватып инеүҙәрен күрә. Тикшереү барышында уның 59 йәшлек ир булыуы, шул уҡ ауылда йәшәүе асыҡлана. Ир үҙенең ғәйебен шунда уҡ таный, бер биҙрә балды хужаһына кире ҡайтара. Ә бына ҡалғанын һатып өлгөргән һәм аҡсаһына эсергә алған. Бал урлаусыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.