07.09.2019 "Сәләм, студент!" байрамында мотоциклды кем алғаны билдәле булды
Бөгөн Салауат Юлаев майҙаны гөрләп торҙо. Тәүҙә, хәбәр итеүебеҙсә, амфитеатрҙа генерал Шайморатовҡа арналған флешмоб үтте. Унан һуң йәштәр өсөн ҙур сара башланды.
Йәштәр тиһәк тә, бында һәр кемде осратырға була ине. Беҙҙә сағыу байрамдарҙы яраталар инде. Етмәһә, концертты Юлдаш радиоһының, телевидениеһының шә-әәп егеттәре "теге өсәү" алып барҙы бит.
Көндөҙ ямғыр яуып үтте, артабан бер аҙ ҡояшланы, тағы болотланы, тағы - ҡояш. Көҙгө көн шулай.
Ә беҙҙең кәйефтәр һәр саҡ көр, тине байрамға килгән йәштәр.
Халыҡ шығырым тулып йөрөнө. Рәхәтләнеп бейене. Танышты-табышты. Күңел асты. Сәхнә янындағы мотоцикл ғына үҙ эйәһен тыныс ҡына көттө. Былай нисауа ғына күренә был матай! Шулай тип үттеләр уның янынан. Бындай приз буласағын гәзитебеҙҙә лә хәбәр иткәйнек, ойоштороусылар үҙҙәре лә радио тыңлаусыларға оноттормай ҡабатлап торҙо.
Һәм бына призды кем алыусыны иғлан иттеләр.
- Айнур Күскилдин! - тип саҡырҙылар. Ейәнсура районынан булып сыҡты ул.
Ҡулына асҡыс эләгеүен бер ҙә көтмәгән шикелле, хатта тыйнаҡ ҡына йылмайған кеүек булды. Эйе, уның да студент булған замандары ныҡ алыҫта ҡалмаған, аңлауыбыҙса. Спорт яратыуын, белемле икәнен асыҡланыҡ.
Юлдарҙа имен генә йөрөһөн.