06.09.2019 Владимир Путин Ер йөҙөндәге иң матур урынды атаны
Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты эш сәфәре менән күп ерҙә йөрөнө.
Себер - Монголия - Алыҫ Көнсығыш... Унан алда Сочи - Ҡазан... Унан да алда Европаның бер нисә төбәгендә булды.
Матур ерҙәрҙе күп күрҙе, тимәксемен. Алыҫ Көнсығышта сағында ул донъялағы иң матур урынды ла атаны.
Уныңса: "Камчатский полуостров является бриллиантом России и природным заповедником... Я ничего более красивого в мире не видел, чем Камчатка".
Бриллианттыр ҙа, бәлки. Климаты ғына бер аҙ ҡырыҫыраҡ.
Иии, Владимир Владимирович, һеҙ беҙҙең ауылдың тәбиғәтен күрһәге-еҙ! Йылғалары (дөрөҫ, һуңғы ваҡытта һайыҡҡандан һайығалар), шишмәләре (уларының күбеһе ҡорой һәм ҡондоҙҙар төйәк итә), ҡырҙары, тауҙары (ауыл халҡының малы әҙәйеп килһә лә, рәхәтләнеп йөрөй), баҫыуҙары (Аллаға шөкөр, трактор-комбайндар геүләп эшләй)... Кешеләре! Иң мөһиме - ҡышы ла, йәйе лә шәп. Тик быйыл миҙгелдәр буталыңҡыраны шикелле.
Ә шулай ҙа беҙҙең Рәсәйҙең тәбиғәте бик матур. Һәр мөйөшө. Тормош та матурланыр, насип булһа.
(Фотола - ике матурлыҡ. Береһе - Камчатка, икенсеһе - Күгәрсен районының Бикес ауылы).