06.09.2019 Ҡуйыртылған һөт менән алма пюреһы
з кг йомшаҡ алманы турап, өҫтөнә ярты стакан һыу, 1 стакан шәкәр һалып, 20 минут бешерергә. Иҙелеп бешкән массаны иләк аша үткәрергә. Һуңынан уға 1 банка ҡуйыртылған һөт һалып, 5 минут утта тоторға. Бик татлы пюре килеп сыға. Уны торт эшләгәндә ҡулланырға , ҡоймаҡтың эслегенә һалырға мөмкин. Пюре ныҡ шәкәрле булһа, әсе алмаларҙан эшләгеҙ.