06.09.2019 31 бармаҡлы бала күргәнегеҙ бармы?!
31 бармаҡлы бала күргәнегеҙ бармы?!
Сабыйҙың ҡулдарында – 15, аяҡтарында – 16 бармағы бар.
Ҡытайҙа 20 бармаҡ урынына 31 бармаҡлы бала донъяға килгән.
Уның ҡулдарында – 7 һәм 8, ә аяҡтарында 8-әр бармағы бар. Әлеге ваҡытта баланың аяҡ-ҡулдарын нормаль рәүешкә килтерер өсөн операция эшләргә ниәтләйҙәр. Шуныһыҙ аяҡтарына баҫа алмаясаҡ, ти белгестәр.
Әле баланың әсәһе лә ентекле тикшерелә. Аномаль хәлдең сәбәбен асыҡлау өсөн.