05.09.2019 Өфөлә үҙенсәлекле балалар өсөн "уҡыу фатиры" эшләй башланы
Баш ҡаланың Александр Невский урамында үҫештә менталь һәм башҡа төр етешһеҙлектәр булған йәш кешеләргә үҙаллы тормош көтөргә өйрәтеүсе айырым уҡыу фатиры барлыҡҡа килде. Унда БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та булып китте.
Республика етәксеһе былтыр ноябрҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән осрашҡандан һуң, ошондай урын кәрәклеген билдәләп, июлдәге йәнә бер осрашыуҙа ҡушылғанды үтәү барышын тикшергәйне.
Яңы социаль проект БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлығы менән "СоДействие" төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ғәмәлгә ашырыла.
Проекттың маҡсаты - мөмкинлектәре сикләнгән категорияға ҡараған үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе йәмғиәттә тулы, үҙаллы йәшәргә өйрәтеү, яраҡлаштырыу.
Уҡыу фатирында биш көнлөк курста дүртешәр йәш кеше йәшәп, белгестәр ярҙамында ашарға бешерергә, йыйыштырынырға, транспортта йөрөргә, үҙ-үҙеңде ҡарарға өйрәнәсәк.
Радий Хәбиров йәшәү шарттары менән танышты, белгестәр менән аралашты һәм ата-әсәләрҙән ғаризалар барлығы менән ҡыҙыҡһынды. Курстарға тотош сират барлыҡҡа килгән икән дә!
Республика етәксеһе тағы бер ошондай фатир асыу мөмкинлеген ҡараясаҡтарын белдерҙе һәм бүләккә телевизор тапшырҙы.