05.09.2019 Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә!
Тәбиғәтте күҙәтеү — быуын-быуынға килгән ғәҙәт, сөнки элек-электән әҙәм балаһының тормошо тәбиғәт күренештәре менән тығыҙ бәйле булған. Хәҙер ҙә игенселек, баҡсасылыҡтағы отоу-отолоуыбыҙ күп осраҡта йылдың нисек килеүенә, һауа торошона, яуым-төшөмдөң булыу-булмауына бәйле. Күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә тип белдерә. Әйҙәгеҙ көҙ миҙгеленә бәйле һынамыштар менән танышайыҡ, үҙебеҙ белгәндәр менән уртаҡлашайыҡ.
Беренсе сентябрҙә йылы булһа, бөтөн көҙ йылы булыр, әгәр шул көндә ел булһа, киләһе йәй ашлыҡ насар булыр.
Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булыр.
Сентябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр.
Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.
Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.
Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ, төндә яуһа – йылы килер.
Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр.
Ҡаҙ-өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһа, көн йылыныр, буран булыуы ихтимал.
Ҡырмыҫҡалар бейек иләү яһаһа – һалҡын ҡышҡа.
Ә һеҙ көҙ миҙгеленә бәйле ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?