05.09.2019 Тоҙ урынына һарымһаҡ!
Тоҙ зыянлымы?
Натрий хлориды бө¬йөр эшсәнлеген боҙа, ор¬га¬низмдан ағыулы мат¬дәләр сығыуын тотҡарлай, бәүел сығыу юлдарын ярһыта, аш эшкәртеү процессына зыян килтерә.
Шуңа ла уны дөрөҫ итеп һайлай һәм ҡуллана белергә кәрәк.
Тоҙ артериаль баҫымды күтәрә. Был гипертония, инсульт, инфаркт һәм башҡа йөрәк аурыуҙарын килтереп сығара.
Ләкин тоҙ етмәү ҙә организмға зарарлы. Уның составындағы натрий менән хлор һыу-тоҙ балансын яйлай. Натрийҙағы иондар аш эшкәртеү процессында ҡатнаша һәм күҙәнәктәрҙе глюкоза менән байыта.
Организмдағы натрий запасын тулыландырып тороу зарур. Шуңа ла тоҙоң сәләмәтлеккә файҙалы төрҙәренә өҫтөнлөк бирергә кәрәк.
Йодлаштырылған тоҙ. Биҙ аурыуҙарына профилактика яһай, аллергия булмай.
Диетик тоҙ. Уның сос¬тавында натрий әҙ, калий күп була. Калий организмдағы артыҡ шыйыҡсаларҙы сығара, шешенеүҙән һаҡлай. Ул атеросклероз, йөрәк аурыуҙары менән сирләүселәргә, артыҡ ауырлығы булмаған кешеләргә файҙалы.
Фторлаштырылған тоҙ составындағы фтор иҫәбенә тештәрҙе кариестан һаҡлай.
Күп аурыуҙар –тоҙҙан?
Артроз, остеопороз кеүек аурыуҙар тоҙ ултырыуҙан килеп сыға һәм шуның һөҙөмтәһендә арҡа, тубыҡ, бармаҡтар һыҙлай, быуындар бөгөлмәй башлай тейбеҙ.
Ысынын да иһә был бик үк дөрөҫ фекер түгел. Мәҫәлән, артроз быуындар ялҡынһынғанда барлыҡҡа килә.
Остеохондроз умыртҡа бағанаһы туҡымаһы үзгәреү йоғонтоһонда хасил була. Шуңа ла тоҙҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Әммә ҡулланғанда уның күләмен сикләү хәйерле.
Тоҙ урынына аҙыҡҡа һарымһаҡ, һуған, сәтләүек, йөҙөм һалырға мөмкин.
Туҡланыу рационына калийға бай ризыҡтар индереү, әйтәйек, бәрәңге, йәшел салат, кипкән еләк-емеш, банан менән туҡланыу мөһим.
Тоҙ оҙаҡ һаҡлана торған ризыҡтарҙа – консерва, ярымфабрикаттарҙа күп.