05.09.2019 Ҡытайҙар зат алмаштыра?..
Ҡытайҙа ҡатын-ҡыҙ араһында уҙған еңел атлетика буйынса урындағы ярышта ике атлеттың ир-ат затынан булыуына шик белдереп, ғауға ҡупҡан.
Улар икеһе лә 400 метр араға йүгереүҙә тәүге ике урынды алып, уңышҡа өлгәшә. Уларҙың төҫ-ҡиәфәте лә көслө затҡа тартым, ярыштан һуң биргән интервьюларында ир-ат тауышы төҫмөрләнә. Әммә, Ҡытай еңел атлетика ассоциацияһы спортсыларға ҡарата булған ғәйепләүҙе ҡырҡа киҫеп, уларҙың ҡатын-ҡыҙ затынан икәнен иҫбатлай.