05.09.2019 Мартен Фуркад Рәсәйгә ҡарата һөйөүен белдерҙе
Донъяның билдәле биатлонсыһы, Олимпия уйындарының 5, донъя беренселегенең 11 тапҡыр чемпионы, донъя кубогы этаптары һөҙөмтәһе буйынса 7 тапҡыр еңгән Мартен Фуркад Рәсәйгә ҡарата һөйөүен белдерҙе.
Ул билдәләүенсә, Рәсәйҙә уҙған ярыштар һәм беҙҙең көйәрмәндәр уға онотолмаҫлыҡ тойғо ҡалдырған. Биатлонсыларҙан Антон Шипулин менән яҡшы бәйләнеш тота. Бер мәл, допингта эләгеп, ярышҡа сыҡҡан Александр Логиновҡа ярыштан һуң ҡулын бирмәгәс, беҙҙең биатлонсылар французға ябырыла. Хатта Шипулин да уның менән ғауғалаша. Тик күпмелер ваҡыт үткәс, улар Антон менән яраша һәм Фуркад ғәйебен таный. Тик барыбер ул Логиновты «һөйөп» еткермәй...
Әлеге ваҡытта төп дәғүәсеһе итеп Норвегия спортсыһы Йоханес Бөны һанай.