05.09.2019 Мәктәп уҡыусылары өҫтөнә түшәм емерелеп төшкән!
Мәктәп уҡыусылары өҫтөнә түшәм емерелеп төшкән
Кисә иртән Омсктың 88-се һанлы гимназияһында мәктәп уҡыусылары өҫтөнә түшәм емерелеп төшкән. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә унынсы класта уҡыусы ҡыҙ ныҡ зыян күргән, дип яҙа урындағы баҫмалар. Шаһиттар һүҙенә ҡарағанда, гимназияның ашханаға бара торған коридор түшәменең бер өлөшө емерелеп төшкән. Фотоға ҡарағанда иҙәндә бетон киҫәктәре һәм түшәм плиткаһы аунауы күренә. Ашығыс ярҙам табибтары зыян күргән уҡыусы ҡыҙҙың баш мейеһе йәрәхәтләнеүен әйтә. Бынан тыш, уның күҙенә известь валсыҡтары эләккән. Әле урында Мәғариф департаментынан комиссия эшләй, дәрестәрҙе туҡтатыу мәсьәләһе хәл ителә.