04.09.2019 Донъя биатлоны юғалтыу кисерҙе
Норвегияның билдәле биатлонсыһы, Олимпия уйындарының өс тапҡыр чемпионы Халвард Ханеволд 50 йәшенә лә етмәй яҡты донъя менән хушлашты.
Әлегә уның сәбәбе билдәһеҙ.
49 йәшлек спортсы Норвегия командаһы составында Олимпия «алтын»дарынан тыш, донъя беренселегендә биш тапҡыр чемпион була. Шулай уҡ донъя кубогы этаптарында ла күп уңыштар яулай.