04.09.2019 Радий Хәбиров: Милли проекттар социаль өлкәлә алға һикереш яһарға мөмкинлек бирә
Ишеткәнһегеҙҙер, Өфөнөң Дим районында күп профилле полилингваль белем биреү учреждениеһы асылды. 162-се мәктәп "Смарт" тип атала.
Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән булдырылған "Мәғариф" милли проектына ярашлы төҙөлдө.
«Школы – это тоже часть нацпроектов. В текущем году мы должны сдать 21 школу и 21 детский сад. Такого в истории нашей республики никогда не было», - тине БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тантаналы линейкала.
Милли проект буйынса төҙөлөп, быйылға сафҡа индереләһе объекттар бар әле. Республика башлығы йыл өсөн отчет биргәндә күрһәткестең 100 процент буласағын әйтте.
Әйткәндәй
Баш ҡаланың 44-се мәктәбе лә хәҙер - полилингваль, күп профилле.