03.09.2019 Йүкә ағастарының ҡырҡылыуына борсолорға урын бармы?
Республикала йүкә ағастары биләгән майҙаны буйынса икенсе урында килә. Йүкәлектәр 15 мең гектарға артҡан. Ауыл хужалығы тәғәйенләнеше өсөн ҡулланыуға был ағастар үҫкән урмандарҙы файҙаланыуға 400 килешеү төҙөлгән. Йүкә ағасының күпләп ҡырҡылыуына борсолорға урын юҡ, уларҙың күпселеге ҡартайған һәм киҫеүҙе талап итә. Күп умартасылар умарталыҡтары өсөн был хуш еҫле нектарлы ағастан бал йыйҙыртыу маҡсатында йүкәлектәрҙе файҙаланыуға алһалар, күп урындар ҡырҡылмай ҡалыр ине, әлбиттә.
БР урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдиновтың белдереүенсә, яҙлы- көҙлө ойошторолған урман ултыртыу айлыҡтарында ҙур майҙандарҙа күпләп йүкә ағастары үҫентеләре лә ултыртыласаҡ.