03.09.2019 15 йыл рәттән үткәрелгән форум милли проекттар йыйынына алмаштырыла
Красноярск ҡалаһында йыл һайын иҡтисад форумы уҙа торғайны. Бынан ары ул милли проекттар форумына әүереләсәк.
Ил Хөкүмәтендә шундай үҙгәреш кәрәклеге ҡаралған.
Милли проекттар буйынса йыйын илдең төрлө төбәгендә уҙғарылыуы ихтимал. Мәҫәлән, тәүгеһе Ҡазанда 2020 йылдың апрелендә үтһә, икенсеһе 2021 йылда - Түбәнге Новгородта. Йылына бер тапҡыр ҡайһылыр субъектта үтергә тейеш.
Әйткәндәй, 2008 йылғы иҡтисад форумында Дмитрий Медведев, Президентлыҡҡа кандидат булараҡ, сығыш яһап, ил үҫешендә дүрт "и"гә баҫым яһарға кәрәк, тигәйне: институттар (мәҫәлән, ғаилә институты), инфраструктура, инновация, инвестиция.