02.09.2019 Ҡатын-ҡыҙҙар менән бәхәсләшеү – файҙаһыҙ шөғөл
Гүзәл зат аныҡ деталдәрҙе ирҙәргә ҡарағанда яҡшыраҡ иҫендә ҡалдыра. Шуға күрә улар менән бәхәсләшеү файҙаһыҙ. Швеция ғалимдары, тикшеренеүҙәр үткәреп, шундай фекергә килгән.
Улар асыҡлауынса, ҡатын-ҡыҙҙарҙа эпизодик хәтер нығыраҡ үҫешкән. Бында автобиографик ваҡиғалар, йәғни улар менән бәйле аныҡ урын, ваҡыт һәм эмоциональ хәл-торош тураһында һүҙ бара. Бынан тыш, белгестәр фекеренсә, көсһөҙ зат вәкилдәре ныҡ үҫешкән "хисле хәтер"гә эйә. Был уларға кешеләрҙең йөҙөн, шулай уҡ төрлө еҫте яҡшы иҫтә ҡалдырыу мөмкинлеге бирә.
Бына шунан һуң ваҡ-төйәкте лә күҙ уңынан ысҡындырмаған бисә-сәсәне бәхәстә еңеп ҡара! Һеҙҙең бер дәлилегеҙгә унауҙы миҫалға килтерәсәк бит улар. Иң яҡшыһы – ыңғайҙарына һыпырыу.