02.09.2019 Әрмегә саҡырыу тәртибе үҙгәрҙе!
1 сентябрҙән алып “Хәрби хеҙмәт тураһында” законға ҡағылышлы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Улар хәрби хеҙмәт ваҡытында һәләк булғандарҙың туғандары, көндөҙгө бүлектә белем алыусылар өсөн.
Армияға саҡырыу мәлен кисектереп тороу хоҡуғына эйә һәм армияға барыуҙан азат булғандар 1 сентябрҙән үҙ хоҡуҡтарынан баш тарта ала. Бының өсөн хәрби комитеттың ҡабул итеү комиссияһына ғариза яҙырға кәрәк. Был үҙгәрештәр ғилми дәрәжәһе булғандарға, бакалавриат, специалитет, магистратурала көндөҙгө бүлектә уҡыусы студенттарға, хәрби хеҙмәт ваҡытында һәләк булған хәрбиҙең бер туған ағаһы йәки ҡустыһына, балаларына ҡағыла.
Шулай уҡ срочниктарға ваҡытынан алда демобилизацияланырға рөхсәт итәсәктәр. Бының өсөн билдәле сәбәптәр булырға тейеш, мәҫәлән, икенсе бала тыуғанда йәки хәрбиҙе бәлиғ булмаған бер туған ҡустыһы йәки һеңлеһенең опекуны итеп тәғәйенләгән осраҡта.