02.09.2019 Стокгольмда "Вики-өләсәйҙәр"ҙе маҡтағандар
Cтокгольмда уҙған Викимания конференцияһында башҡорт өләсәйҙәрен үрнәк итеп ҡуйғандар.
Викимедиа фондының башҡарма директоры Катрин Маэр интернет-энциклопедияла тәржемәселәрҙең роле тураһындағы сығышында "Вики-өләсәйҙәр"ҙе маҡтаған.
“Миңә иң оҡшаған миҫал – башҡорт әбейҙәре. Улар Рәсәйҙең Башҡортостан тигән төбәгендә йәшәй. Күбеһе ауыл ерендә донъя көткән оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар, 2016 йылдан алып, мәҡәләләрҙе руссанан башҡортсаға тәржемә итә. Башҡорттар үҙҙәренең баҫтырған мәҡәләләре буйынса тәүге егерме позицияға инә. Әбейҙәрҙе алҡышлайыҡ!” – тигән етәксе.
Башҡорт Википедияһының 70-80 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар, шунлыҡтан “Вики-өләсәйҙәр” төркөмө төҙөлөүе ғәжәп түгел. “Вики-өләсәйҙәр” – пенсия йәшендәге ҡатындар ойошторған проект, уларҙың “вики-клуб”тары бар, унда “вики-дәрес”тәр уҙғаралар.