02.09.2019 Элегерәк һунарсылар айыуға һунарға сыҡһа, бөгөн тайыштабандар үҙҙәре ауыл малын ҡыра.
Элегерәк һунарсылар айыуға һунарға сыҡһа, бөгөн тайыштабандар үҙҙәре ауыл малын ҡыра.
Ғафури районының Толпар ауылы халҡы өсөн малдарын айыу һуғыу ғәҙәти күренешкә әйләнеп бөткән, тик быйыл тайыштабан һунарын иртәрәк башланы, ти улар. Быға урманда миләштең ишелеп уңыуы ла сәбәпселер, ти улар. Емеште ашап иҫергән йыртҡыс ауылға яҡын килеп ҡорбан эҙләй. Бер төн малың ҡайтмаһа, уның имен түгел икәне көн кеүек асыҡ. Һуңғы ике аҙнала ғына ауыл халҡының 5–6 баш һыйыр малы ҡаза күргән.
Шуныһы ҡыҙғаныс, малдарға айыу һөжүм итһә лә, бер ни ҙә эшләп булмай. Ҡанундар ҡаты. Тайыштабанды атып алыу өсөн рөхсәт ҡағыҙы кәрәк, бындай ҡағыҙҙы алыу арыу ғына сығым талап итә. Ул ғына ла түгел ҡурҡытыу өсөн һауаға атыу ҙа тыйыла. Бындай осраҡта ла ғәйепле, тип иҫәпләнәһең һәм штраф түләргә тейешһең. Йыртҡыс та үҙенә ҡаршылыҡ күрһәтмәгәнгә өйрәнеп алған, күрәһең, ауылға яҡын килеп, һәүкәштәрҙе аулау уға бер ни тормай.
Ауыл халҡының тәрбиәләп үҫтергән малына күҙ төбәп кенә йәшәгәне барыһына ла билдәле. Шулай булмай ни, кейендергән дә, ашатҡан да мал бит. Хужалығыңдағы бер генә мал зыянлаһа ла, алда күҙҙалланған пландар селпәрәмә килә. Һөжүм иткән йыртҡысҡа сара күрелмәүе ҡыҙғаныс, әлбиттә...