31.08.2019 120 мең һумға ла риза...
Заманында өмөт ҡабыҙған хоккейсы Николай Жердев тора-бара 120 мең һумға ла уйнарға риза булып китте.
34 йәшлек һөжүмсе алты миҙгел НХЛ-дың төрлө клубтарында уйнап, 2011 йылдан Рәсәйҙең 11 командаһын алмаштыра. Хәҙер юғары лигала сығыш яһаған иң ярлы «Рязань» командаһына барып юлыҡты. Унда иң яҡшы уйнағандар айына 80 мең һумдан да артыҡ алмай. Урындағы халыҡ та йүнләп хоккейға йөрөмәй. Шуғалырмы инде Жердевты алып, көйәрмәндәрҙе йәлеп итмәкселәр. Ә бит ул Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр (2009, 2012 йылдар) донъя чемпионы ла була.