30.08.2019 Ашығыс хәбәр! Юғалған бала тураһында!
Дүртөйлө районында ғәйеп булған бер йәшлек малайҙың ҡайҙа юғалғаны мәғлүм булды. Баҡтиһәң уны әсәһе баҫыуға алып барып ташлаған.
Был ҡот осҡос ҡылыҡҡа уны нимә этәргәне әлегә билдәһеҙ. Бөгөн ҡатын хоҡуҡ һаҡлаусыларға эштең айышын тасуирлаған. Ул баланы сирень төҫөндәге түшәк тышлығына төрөп, баҫыуға алып сыҡҡан һәм ҡалдырып киткән. Иртән ул балам юғалды тип полицияға мөрәжәғәт иткән.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар бар версияларҙы тикшергән, бер юлы әсәнең дә позицияһын күҙ уңынан ысҡындырмаған. Бөгөн кискеһен ул барыһын да һөйләгән. Барыһы ла шунда уҡ баҫыуға киткәндәр, тик Тимур урынында булмаған.
Әле тәфтишселәр ҡатынды енәйәткә нимә этәреүен тикшерә. Енәйәт эше асылған.