29.08.2019 Был көҙҙөң иң файҙалы өс ризығы
Өсөһө лә яп-ябай, һәр кемгә таныш һәм яратып ашалған йәшелсә-емеш.
Елена Соломатина исемле табип-диетолог, ошо көҙҙө мотлаҡ ашарға кәрәк булған ризыҡтар исемлегенә иң тәүҙә ҡабаҡты, сливаны һәм грушаны индерер инем, тине.
Ҡабаҡтағы бета-каротин күҙгә һәйбәт, иммун системаһын да яҡшырта. Ул - респиратор сирҙәрҙе иҫкәртеүсе лә. Һәм организмдан артыҡ шыйыҡсаны сығара, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре үҫешенә кәртә була.
Сливала антиоксидант, клетчатка, пектин күп.
Груша калий, магний, пектинға бай. Улары иһә эсәклекте таҙарта.
Әйткәндәй, был ике ризыҡты ла бешермәй-нитмәй ашау яҡшыраҡ - витаминдары һаҡлана.