29.08.2019 Үлтереүсе “Умники и умницы” тапшырыуында ҡатнашҡан булған
Күптән түгел Ульяновск өлкәһендә булған фажиғә бар Рәсәйҙе тетрәндергәйне. Патрекеево ауылында 16 йәшлек малай өләсәһен, олатаһын, әсәһен, игеҙәк ҡустыһын һәм һеңлеһен балта менән сабып үлтергәйне. Үлтереүсе иң аҙаҡтан кәрәҙле бәйләнеш антеннаһы янында үҙенә лә ҡул һалған.
Был егет мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән, хатта Беренсе каналда барған “Умники и умницы” тапшырыуында ҡатнашҡан. Юғары интеллектҡа эйә, тыныс, йыуаш үҫмерҙең бер генә кире яғы булған: компьютер уйындарына бәйлелек.
Тикшереүселәр был енәйәтте тикшергәндән һуң, малайҙың шизофрения билдәләре булған һәм фажиғә компьютер уйындары арҡаһында килеп тыуған, тип фараз ҡыла.
Табибтар әйтеүенсә, виртуаль тормош менән йәшәүселәр транс хәлендә ауыр енәйәт ҡыла, сөнки улар тиҙ ярһыусан була. Улар ябай ғына уйында еңелһә лә, агрессив була, тирә-йүндәге кешеләрҙе туҡмай, хатта үлтерә башлай, тип билдәләй психиатрҙар.