28.08.2019 Күпме алһалар ҙа алға китеш юҡ…
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары Рәсәй халҡы өсөн бар өлкәлә лә йәшәүе ауыр булды.
Спортты ла ул ҡағылмай уҙманы. Әйтәйек, Рәсәй чемпионатында ҡатнашҡан футболсыларҙың айлыҡ эш хаҡы 300 долларҙан артыҡ алғандары бик һирәк була. Шуға ла күптәр сит илгә атлыға. Ә инде китә алмағандар, «Спартак» клубына эләгергә тырыша, сөнки улар Чемпиондар лигаһында йыш ҡатнашҡаны өсөн килемдәре күберәк була. Ул ваҡытта лидерҙары айына 5 мең доллар алып уйнай. Ә беҙҙең башҡа клубтарҙа яҡшы сығыш яһағандар 1,2 – 2 мең доллар эшләй. 2000 йылдың баштарында уларҙың эш хаҡтары ҡапыл артып китә. Улар уртаса 8 мең доллар ала башлай. Һәйбәттәренеке 15 мең долларға ла етә. Мәҫәлән, «Спартак»тың билдәле уйынсылары Тихонов менән Титовтың килеме йылына 300 мең долларға барып етә. Ә инде хәҙергеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел. Бер Дзюба ғына «Занит»та йылына 3,5 миллион евро һуғып ята.