28.08.2019 Шарапова артынан башҡалары ла эйәрҙе...
АҠШ-та барған теннис буйынса асыҡ беренселектә Рәсәй спортсыһы Анастасия Потапова 15 йәшлек урындағы тенниссыға отолоп, беренсе әйләнештән үк өйөнә ҡайтырға мәжбүр.
Потапова донъя рейтингы буйынса 72-се урында торһа, уның әлеге дәғүәсеһе Кори Гауф 140-сы баҫҡыста ине. Гауф быға тиклем Уимблдон турнирының сирекфиналына барып етеп, үҫмер спортсы булараҡ ҙур уңышҡа ҡаҙанғайны. Беҙҙең тенниссы иһә, Ҙур шлем бәйгеләренең икенсе әйләнешенән дә ары уҙғаны булманы.
Әлегә унда ҡатнашҡан Рәсәй тенниссыларынан икенсе әйләнешкә Екатерина Александрова, Анастасия Павлюченкова, Анна Калинская, Дмитрий Медведев һәм Андрей Рублев ҡына сыҡты. Мария Шарапова, Дарья Касаткина, Светлана Кузнецова, Карен Хачанов кеүек билдәле спортсыларыбыҙ беренсе әйләнештән үк ракеткаларын «төйнәне».