28.08.2019 14 йәшлек ҡыҙ тиҫтеренә сәнскән
Кисә Өфөнөң Дан бульвары туҡталышынан алыҫ түгел ерҙә ике үҫмер ҡыҙ мөнәсәбәт асыҡлаған.
Күреүселәр һөйләүенсә, хәл кискә табан булған, ҡыҙҙар арыу ғына ҡысҡырышҡан. Береһе икенсеһенең аяғына бысаҡ менән сәнскән. Һәм шундуҡ ҡасҡан.
Яралы ҡыҙыҡайҙы дауаханаға алып киткәндәр. Енәйәт сәбәптәре асыҡлана.
Хәҙер урам уртаһында балалар ҙа бер-береһенә ҡорал (бысаҡ - һалҡын ҡорал) менән һөжүм итә. Был донъя ҡайҙа бара?!