27.08.2019 Үҙенән 45 йәшкә йәш ҡатын алған
Ҡаҙағстандың халыҡ артисы Нурғәле Нусипжанов 82 йәшендә үҙенән 45 йәшкә йәш кәләш алған. 26 августа Алматыла уларҙың туй тантанаһы үткән. Артистың йәш ҡатынының исеме Жадыра Сейдеш. Ул 1982 йылда тыуған. Һөнәре буйынса журналист, Ҡаҙағстан телевидениеһында билдәле кешеләр тураһында тапшырыуҙар алып бара. Ә Нурғәле Нусипжанов 1937 йылда Доланал тигән ауылда көтөүсе ғаиләһендә тыуған. Ҡаҙаҡ милли консерваторияһының вокал бүлеген тамамлаған. Тәүге ҡатыны Айгөл Нусипжанова менән биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, ейән-ейәнсәрҙәре бар.