27.08.2019 Шапылдама...
Әхирәтем менән кафела ултырабыҙ.
Йәнәшәгә 4-5 йәшлек улын етәкләгән йәш әсә килеп ултырҙы.
Малаҡай алдына ҡуйылған аҙыҡты тәмләп тороп ашай башланы. Эй, күңелле инде уны ситтән генә күҙәтеү - шул тиклем рәхәтләнеп ашай! Хас та өлкән ирҙәр кеүек икмәкте умырып тешләй, һурпаны шапылдатып эсә. Уға ҡарап, үҙебеҙҙең аппетит асылып киткәндәй тойолдо.
Тик ошо идиллияны әсәһе боҙҙо: "Шапылдама!" Бер түгел, биш-алты тапҡыр ҡабатланы был һүҙҙе. Һәм баланың ашауының рәте китте...
Бер уйлаһаң, ысынлап, баланы бәләкәйҙән үҙеңде кеше араһында, өҫтәл артында, йәмғиәт урынында нисек тоторға кәрәклеген өйрәтеү зарур, тәртипкә өйрәтеү, тәрбиәгә күндереү кәрәк тә һымаҡ, ә икенсе яҡтан... был малаҡай йәл булды.
Ә һеҙ был турала ни уйлайһығыҙ? Балалар ашағанда шапылдаһынмы-юҡмы?