27.08.2019 Атеросклерозды нисек дауаларға?
Аяҡ тамырҙары атеросклерозынан ҡыр кесерткәне ярҙам итә. Бының өсөн ике ус яҡшы итеп йыуылған яңы тамырын, һабағын һәм япрағын алырға һәм 5 литр һалҡын һыу ҡойоп төнәтергә. Иртәгәһенә шуны ҡайнатып сығарып, аяҡты тығып ултырырлыҡ температураға еткәнсе һыуытырға. Аяҡтарҙы шул һыуҙа 20 минут тоторға. Кесерткәнен алмағанда шул һыуҙы ике-өс тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Кипкән кесерткән тамырын да ҡулланырға ярай. Шулай уҡ файҙаһы тейә.