27.08.2019 Ҡулы торбаға тығылған
Сит илгә ял итергә барырға атлығып ҡына торабыҙ, әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоп ебәрәбеҙ. Беҙҙекеләр йә диңгеҙҙә батып үлә, йә автобилдән тапала, күпселек осраҡта эсеп йөрөп тә бәләгә тарый.
Күптән түгел Бодрум ҡалаһындағы Sunhill отелендә 12 йәшлек ҡыҙ менән фажиғәле осраҡ теркәлгән. Ололар бассейнында һыуға сумғанда уның ҡулын бассейндағы һыуҙың әйләнешен тәьмин иткән торба һурып алған. Баланың атаһы ярҙамға килгән кешеләр менән торбаны ватып, саҡ ҡыҙҙың ҡулын тартып ала алған. Бәләгә тарыусының хәле ауыр, ул клиник үлем кисергән.
Ҡыҙ Төркиә клиникаларының береһендә дауалана. Рәсәй табиптары ла бәләгә тарыусыға ярҙамға килгән. Хәле киҫкен булғас, баланы Рәсәйгә алып ҡайтыу мөмкин түгел.