26.08.2019 Лапшин Көньяҡ Кореяны "алтын"лы итте
Рәсәй биатлонсыһы, 2017 йылдан Көньяҡ Корея командаһы өсөн сығыш яһаған Тимофей Лапшин донъя чемпионатында алтын миҙал яулап, яңы илен данланы.
Ул Белоруссияла барған йәйге биатлон төрө буйынса суперспринтта алдынғылыҡты бирмәне. Әлбиттә, донъя биатлон “йондоҙ”ҙарының күбеһе йәйгеһен ярышырға теләмәһә лә, башҡаларҙың унда һынау тотоуы, мәртәбә генә өҫтәй.
Рәсәй спортсыларынан Екатерина Глазырина - алтын, Тамара Воронина, Александр Поварницын һәм яҡташыбыҙ Эдуард Латыпов берәр көмөш миҙал яуланы. Шулай уҡ Латыпов тағы ике төрҙән ике бронза һәм Глазырина ла бер “бронза”лы булды.