26.08.2019 Рок -"йондоҙ"ҙоң тыуған көнө
Бөгөн яҡташыбыҙ йырсы Земфираның тыуған көнө. Уға 43 йәш тулды.
Земфира Рамазанова 1976 йылда Өфө ҡалаһында донъяға килгән. 1998 йылда ул Мәскәүгә күсеп китә һәм үҙенең «Zемфира» төркөмөн ойоштора.
1999 йылданалып Земфира алты студия альбомын ижад иткән. Йырсы яңы альбом яҙҙырырға теләүе тураһында, тик концерттарҙа сығыш яһау йәлеп итмәй тип билдәләне.
«Концертта уйнарға теләмәйем, әммә музыканы яратам», — тип белдерҙе ул.
Земфира Рамазанова — Рәсәй рок йырсыһы, музыкант һәм композитор. Уның күп кенә йырҙары, шул иҫәптән «Аривидерчи», «Искала», «Трафик», «Прогулка», «Мы разбиваемся» һәм «Без шансов» Рәсәй музыка чарттарының тәүге баҫҡыстарын биләне.