26.08.2019 Йылына 52 миллион евро
Уэльс йыйылма командаһының футболсыһы, әлеге ваҡытта данлыҡлы “Реал” клубында сығыш яһаған Гарет Бэйл, заманында Месси менән Роналдунан һуң “Алтын туп” призына төп дәғүәсе булып һанала ине.
Тик ваҡыт үтеү менән уның сығышы яйлап һүлпәнәйә бащланы. Командаһы ла унан ҡотолоу юлын эҙләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, уны Ҡытайҙың бер клубы үҙенә йәлеп итмәксе булып, йылына 52 миллион евро тәҡдим иткән. Әгәр килешеү тормошҡа ашһа, ул футболсылар араһында ғына түгел ә донъя спортсылары араһында иң күп аҡса алыусы булып һыналасаҡ. Уйлап ҡарағыҙ: уның йыллыҡ килемен беҙҙең һумға әйләндергәндә, 3 673 800 000 һум була. Айына - 306 150 000 һум, көнөнә – 10 205 000 һум, сәғәтенә – 425 208 һум, минутына – 7086 һум. Ҡот осҡос...