23.08.2019 Үлемтек аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан
Полиция 88 йәшлек ҡарсыҡты алдаған кешене эҙләй.
Аферистарҙың яп-ябай схемаһы: коммуналь хеҙмәткәр тип таныштырыу – счетчикты тикшергән булыу – ҡарт хужаны талап сығыу.
Өфөнөң Совет районында йәшәүсе пенсионер әбей, саҡырылмаған ҡунаҡтан һуң, үҙенең үлемтеккә тип йыйған аҡсаһын – 50 мең һумын таба алмай аҙаплана. Ул хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән.
Полиция тағы бер тапҡыр оло кешеләргә һаҡ булығыҙ тип киҫәтә. Аферистар махсус рәүештә көндөҙ йөрөй. Был мәлдә халыҡ эшкә йәки уҡыуға киткән була. Таныш булмаған кешене йортоғоҙға индермәгеҙ, таныҡлыҡ һорағыҙ, уларҙы ебәргән ойошмаға шылтыратып асыҡлағыҙ.