22.08.2019 ЭКО ярҙамында донъяға килгән ҡыҙ үҙе әсәй булған!
Чебоксар ҡалаһында ЭКО ярҙамында донъя килгән тәүге бала үҙе әсәй булған!
24 йыл элек Сыуашстанда беренсе булып “пробирканан” тыуған бала үҙе бала тапҡан, үәт әй! Ҡыҙ үҙе 3,5 кило булып донъяға килһә, уның улы дүрт килолыҡ булып тыуған. Күптәр ЭКО ярҙамында ауырға ҡалғандыр, тип фаразлай. Билдәле булыуынса, барыһы ла тәбиғи юл менән булған, йөклөлөк осоро бер ниндәй ауырлыҡһыҙ уҙған.
Рәсәйҙә экстракорпораль аталандырыу ярҙамында миллиондан ашыу бала донъяға килгән.
Әйткәндәй, донъялағы тәүге ЭКО-ҡыҙ 2006 йылда әсә булған. Советтар Союзында тәүге ЭКО 1986 йылда яһалған һәм һөҙөмтәлә ҡыҙ тыуған. Ә был ҡыҙ 2007 йылда бала тапҡан.