22.08.2019 “Танцы” проектында Өфөнән бер пар ҡатнашасаҡ
ТНТ каналында барған “Танцы” проектында был миҙгелдә Өфөнән бер пар ҡатнашасаҡ.
Ҡатнашыусыларҙы баһалаусы һәм өйрәтеүсе состав был юлы ла үҙгәрмәгән – улар Мигель, Егор Дружинин һәм Татьяна Денисова. Алып барыусы – яҡташыбыҙ, барлыҡ бейеүселәр өсөн янып-көйөүсе, яҡлашыусы Ләйсән Үтәшева.
Алтынсы миҙгелдә 2 меңдән ашыу бейеүсе ҡатнашырға теләк белдергән. Уларҙың иң-иңдәре генә проектҡа һайлап алынған. Араларында Өфөнән Әлмира һәм Илья Дорн да бар.
Илья 2017 йылда “Танцы” шоуында ҡатнашып ҡараған, тик һайлап алыу туры аша үтә алмаған. Әйткәндәй, ул билдәле йырсы Иван Дорндың ике туғаны.
Был проекттың тарихында Башҡортостандан Алена Гуменная ғына уңышҡа өлгәшә алды. Тик ул да ярымфиналға бер аҙым ҡалды тигәндә төшөп ҡалды. Хәҙер Алена үҙе проект бейеүселәрен өйрәтә. Хореографтың балалар өсөн ҡуйған бейеүе менән 1 сентябрь ТНТ каналында сығыш яһаясаҡтар.