22.08.2019 Баҡалы районының Ҡамай ауылында ҡотороу карантины иғлан ителде
Бының туралағы указға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документ 21 августа ғәмәлгә инде һәм хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталына һалынды.
Карантин 16 августа уҡ иғлан ителгән булған. Тыйыу сараларын рәсми рәүештә сискәнсе ауыл биләмәһенә эт-бесәйҙәрҙе индереү, ҡыр хайуандарын тотоу һәм уларҙы ситкә сығарыу ярамай.