22.08.2019 "Титаник"тан нимә ҡалған?
1912 йылдың 15 апреленең төнөндә XX быуаттың иң ҙур һәм ҡурҡыныс фажиғәләренең береһе теркәлгән. Атлантика океанында айсберг менән бәрелешкәндән һуң «Титаник» лайнеры һыу төбөнә китә. Бортындағы 2200 кешенең 1500-ө һәләк була. Әле күптәр яратып ҡараған «Титаник» фильмы тап шул ваҡиғаға нигеҙләнеп төшөрөлә лә инде.
Пассажир судноһының ҡалдыҡтары Ньюфаундленд утрауынан 530 км алыҫлыҡта 3800 тәрәнлектә океан төбөндә әле лә ята. Тәүге тапҡыр уларҙы 1985 йылда табалар һәм объект ЮНЕСКО һағы аҫтына алына. Әммә легендар карапты бер нәмә лә ҡотҡара алмаясаҡ, диңгеҙ һыуы уны көндән-көн нығыраҡ «ашай». Һыу аҫты тикшеренеүҙәре менән шөғөлләнеүсе белгестәр, 14 йыл эсендә тәүге тапҡыр, «Тритон» һыу аҫты кәмәһендә диңгеҙ төбөнә төшөп, һәләкәткә осраған лайнерҙы ҡарап сыҡҡан. Драйверҙарҙы күргәндәре шаҡ ҡатырған: билдәле капитан ваннаһы юҡҡа сыҡҡан, алғы мачта емерелгән, палубалағы каюталарҙан да ҡалдыҡтар ғына ҡалған…
Ғалимдар, ваҡыт үтеү менән бактериялар һәм тоҙло һыу «Титаник»ты тулыһынса юҡҡа сығарыуына шикләнмәй. Һөҙөмтәлә унан тутыҡҡан тап ҡына тороп ҡаласаҡ, ти улар.