22.08.2019 "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектына ҡушылыусылар арта
Белеүегеҙсә, Рәсәйҙә 12 милли проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. 2024 йылға уларҙың һөҙөмтәһе асыҡ күренәсәк. Башҡортостан да проекттарҙы хуплай һәм әүҙем эш алып бара.
"Бүздәк" брендлы комбинат (эйе, эйе, банкалары Римма Амангилдина фотоһүрәте менән) "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектына ҡушылды.
"Пищепром" йәмғиәте филиалы республика хөкүмәте менән килешеү төҙөнө лә инде.
Предприятиеға эксперттар ҙа ярҙам итәсәк. Хеҙмәткәрҙәр, эшселәр уҡытыласаҡ.
Комбинаттың майҙандырын киңәйтеү планы ла бар. Әлбиттә, яңы ҡоралмадар алыу ҙа ҡарала. Яҡын йылдарҙа етештереү күләме 3,5 тапҡырға артасаҡ.
Әлеге милли проект буйынса Хөкүмәт 32 килешеү төҙөгән. Йыл аҙағынаса барлығы 50 предприятиены йәлеп итеү күҙаллана.