21.08.2019 Өфө, Омск, Ҡазан барыһы ла “Гагарин”ға лайыҡлы
Хоккей буйынса Магнитогорскиҙың “Металлург” командаһы баш тренеры Йозеф Яндач, КХЛ беренселеге башланыр алдынан ошо командаларҙы кубокка төп дәғүәселәр тип баһаланы.
Чехия белгесе әйтеүенсә, Көнсығыш конференцияһы клубтары йылдан-йыл көсәйә бара. Ике йыл элек “Автомобилист”е берәү ҙә көслөләр рәтенә инер тип уйламағандыр. Шул уҡ “Барыҫ” та кубокка ынтыла башланы. Ә инде “Салауат Юлаев”, “Авангард” һәм дә “Аҡ барс” тураһында әйтеп тороуы ла кәрәкмәҫ. Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел.