21.08.2019 Игбун эш хаҡын Дзюбанан туғыҙ тапҡырға кәмерәк ала
“Өфө” футбол командаһында иң күп эш хаҡын Нигерия легионеры Игбун Слай ала икән.
Уның айлыҡ килеме – 2,5 миллион һумға тиң. Тимәк йылына 30 миллион. Евроға әйләндергәндә, яҡынса 405 меңгә яҡын. Дзюба мәҫәлән, “Зенит”та йылына 3,6 миллион евро һуға. Айырма иҫ киткес. Ә кимәлдәре бер сама кеүек. Ғөмүмән, Башҡортостан клубында уртаса эш хаҡы 800 меңдән 1 миллион һумға барып етә. Айына 50 мең һум алыусылар ҙа бар тиелә. Әйтәйек, элек беҙҙә уйнап киткән ҡапҡасы Андрей Лунев, башта 100 мең һум ғына алып эшләгән булған. Һуңынан 350-400 меңгә барып еткән. Әлеге ваҡытта ул “Зенит”та уйнай. Улар составында Рәсәй беренселеге чемпионы ла булып өлгөрә. Тимәк, кеҫәһе лә ҡалынайған...