20.08.2019 “Ете ҡыҙ” фонтанында иҫерек ҡыҙ һыу ингән
Видеола күренеүенсә, эске кейемдә, фонтандың үҙәк өлөшөндәге иң өҫкө “һауыт”ына менеп, ярым яланғас ҡыҙ ниҙер ҡысҡыра, һыу сәсрәтә, үтеп барыусыларҙың иғтибарын йәлеп итә. Яҙманы меңәрләгән кеше ҡараған, уның аҫтына йөҙәрләгән комментарий яҙылған. Дөйөм алғанда, ҡала халҡын был күренеш асыуландырған. Административ тәртип боҙоусы хаҡында ҡайһы берәүҙәр полицияға мөрәжәғәт иткән хатта. Ҡыҙҙы әрләп яҙыусыларҙан тыш, “ысынында иһә, ҡыҙҙар һигеҙ булып сыҡты”, тип шаяртыуға ҡороусылар ҙа бар.
Ете ҡыҙҙың аяныслы яҙмышына бағышланған һәйкәлде мыҫҡыллаусы ҡыҙ был тарихты, әлбиттә, белмәйҙер. Ете ҡыҙҙың йән аямай алышҡаны, дошман ҡулына ҡалғансы үлемде һайлауы – бына ҡайҙа ул ҡыйыулыҡ! Ә эсеп, яланғас килеш фонтанда һыу инеү саялыҡмы ни?!